Башҡортостанда һауа торошо боҙолдо. Бөгөн Өфө урамдарын ҡарҙан таҙартыуға 234 берәмек махсус техника һәм 600-гә яҡын кеше йәлеп ителде. Юл хәрәкәте хәүефҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, республика төбәктәрендә автомобилдәр ҡатнашлығында авариялар һаны артҡан.
Насар һауа торошо һауа судноларына ла ҡатмарлыҡтар тыуҙырҙы. Бөгөн санитар авиация вертолеты Иглин районы үҙәгендәге футбол майҙанына төшөргә мәжбүр булды. Ул Нуриман районында йәшәүсе пациенты Өфөгә алып китеп барған булған. Урындағы ашығыс ярҙам автомобиле менән сирле артабан баш ҡала дауаханалдарының береһенә оҙатылған.




