Радий Хәбиров коронавирус пандемияһы ваҡытындағы ярҙамды, партияның төп проекты тип атаны.
Бөгөн Башҡортостан башлығы «Берҙәм Рәсәй» партияһының йомғаҡлау съезында ҡатнашты. Унда партияның биш йыллыҡ эшмәкәрлеге тураһында отчет тәҡдим ителде, 2021 йылғы һайлау кампанияһына йомғаҡ яһалды, халыҡ программаһын тормошҡа ашырыу буйынса артабанғы эш планы раҫланды. Съезд алдынан Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй» партияһы төбәк бүлексәһенең 20 йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны.
Уставҡа ярашлы, съезда ҡатнашыусылар партия етәкселеген һәм үҙәк органдарын һайланы. Уның генераль һәм юғары совет составы төҙөлдө. Иң күп тауыш йыйыу партия рәйесе вазифаһына йәнә Дмитрий Медведев тәғәйенләнде.
Ә бына Үҙәк башҡарма комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарған Александр Сидякин Генераль совет секретары урынбаҫары статусын да алды. Съезда ҡатнашыусыларға Рәсәй президенты Владимир Путин да мөрәжәғәт итте.
Илдар Байбулатов




