Башҡортостанда полиция хеҙмәткәренә ҡарата ҡорал ҡулланыусылар ҡулға алынған

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, кисә көндөҙ Стәрлебаш районы Аҡшишмә ауылында ике ир хоҡуҡ һаҡсыларына һөжүм ойошторған.

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, участка инспекторҙары властарҙы мыҫҡыллауҙа ғәйепләнеүселәрҙе ҡулға алыу өсөн килгән булған. Әммә тотҡан ваҡытта ирҙәрҙең береһе ҡаршылыҡ күрһәтеп, полиция хеҙмәткәренең табель ҡоралын тартып ала һәм хоҡуҡ һаҡлау органы вәкиленә бер нисә тапҡыр ата.

Ҡазаға тарыусы тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла. Енәйәттә ғәйепләнеүселәр иһә ваҡиға урынын ташлап ҡаса. Һуңынан уларҙың автомобиле күрше Федоровка районында табыла. Бер нисә сәғәттән ирҙәрҙең йәшенгән урыны асыҡлана. Тотҡан ваҡытта уларҙың береһе үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташа. Әле ул дауаханала, ә әшнәһе һаҡ аҫтына алынған.

Полиция хеҙмәткәрҙәре ике ирҙе Фёдоровка районы Үрге Алаштан ауылы эргәһендәге урманда ҡулға алды. Улар участка инспекторҙарына һөжүм итеүҙә ғәйепләнә. Ваҡиға урынына Башҡортостан буйынса Эске эштәр министры Роман Дееев килде. Тупланған материалдар тәфтиш комитетына тапшырылды.

Диана Нәғимова, Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәткәре
Фото №1 - Башҡортостанда полиция хеҙмәткәренә ҡарата ҡорал ҡулланыусылар ҡулға алынған

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ