Программаға ярашлы, меценаттар тыуған ауылдарына матди ярҙам күрһәтә, социаль объекттарҙы ремонтлай. Краснокама районы был тәңгәлдә лидерҙар иҫәбендә. Тыуған төйәгенә ярҙам күрһәтеүсе Айрат Мортазин һәм уның изге эштәре тураһында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева әҙерләгән яҙмала.
Яңы Аҡтанышбаш ауылында аҙан тауышы тынғаны юҡ. 2008 йылдан бирле элекке китапхана урынында иман йорто эшләй. Быйыл «Атайсал» проекты буйынса уның ҡыйығы төҙөкләндерелгән. Был маҡсатта 180 мең һум аҡса тотонолған.
Хәйриәлек менән Яңы Аҡтанышбашта тыуып үҫкән Айрат Мортазин шөғөлләнә. Мәсетте асҡан мәлдә ул ауыл биләмәһе советы башлығы булып эшләһә, хәҙер йылылыҡ энергетика компанияһы директоры. Былтыр уҡ ул тыуған мәктәбенең электр селтәрҙәрен, ишек-тәҙрәләрен яңыртыу өсөн 270 мең һум аҡса бүлгән.
Быйыл «Атайсал» проекты буйынса принтер, кабинеттарға пәрҙәләр яңыртылған. Йыл һайын иң яҡшы уҡыған сығарылыш уҡыусыһына 3 мең һум күләмендә стипендия тапшырыу ойошторған. Белем усағын кәртәләп алыуҙы ла үҙ иңенә алған.
Ҡуян ауылында иһә йүнселдең тырышлығы менән балалар майҙансығы кәртәләнгән. Майҙансыҡ ҡоролмалары ауыл халҡы Берҙәм Рәсәй проектының йәмәғәт проекттары конкурсында ҡатнашып отҡан грантына һатып алынған.
Республикала, сит ҡалаларҙа йәшәгән меценаттар, депутаттар, эшҡыуарҙар ҡасандыр ошо майҙансыҡта уйнаған малайҙар һымаҡ булған сағын онотмай, йәш быуындың яҡшыраҡ шарттарҙа үҫеүен хәстәрләй. Проектта ҡатнашыусылар ҡулынан килгәнсә тыуған төбәгенә ярҙам итә.
Социаль объекттарҙы яңыртыу, төҙөкләндереү һәм башҡа күп эштәр тап «Атайсал» ярҙамында башҡарыла. Төбәк етәксеһе инициативаһы менән булдарылған программа буйынса 3 меңгә яҡын проект тормошҡа ашырылған.
Рәмилә Исмәғилева







