Реконструкциянан һуң Асҡын район мәҙәниәт йорто үҙ ишектәрен асты

Күләмле проект Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ярҙамы менән тормошҡа ашырылған. Яңыртылған мәҙәниәт йортон асыу тантанаһынан БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Күп бала тәрбиәләүсе Мәмдүҙә Зарипова  ата-бабалары тарихына һаҡсыл ҡарашта. Бороңғо тормош-көнкүреш әйберҙәренең, өҫ кейемдәрендәге биҙәктәрҙең мәғәнәһен дә ентекле итеп өйрәнгән. Фольклор ансамблендә шөғөлләнеүсе ағинәйҙәр өсөн яңыртылған мәҙәниәт йорто асылыуы оло шатлыҡ.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, район хакимиәте башлығы Динис Йосопов һәм сараға саҡырылған ҡунаҡтар Асҡын ерендә етештерелгән һөнәрселек өлгөләре, урындағы эшҡыуарҙар етештергән аҙыҡ-түлек күргәҙмәһе менән танышты. Район мәҙәниәт йорто асылыу тантанаһына арналған күргәҙмәлә боронғо кәсептәр менән шөғөлләнеүсе Муллаәхмәтовтар ҙа ҡортсолоҡ продукцияһын тәҡдим итте.

Сараның тантаналы өлөшөндә төҙөлөшкә һәм район үҫешенә ҙур өлөш индереүселәргә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың рәхмәт хаттары, Хөкүмәттән маҡтау ҡағыҙҙары, ә мәҙәниәт өлкәһен үҫтереүселәргә мәҙәниәт министрлығының рәхмәт хаттары тапшырылдды.

Ҙур сәхнәнән район мәҙәниәт усағын яңыртыуға тос өлөш индереүселәргә йылы һүҙҙәр әйтелде. Яңыртылған сәхнәлә ошо төбәктән сыҡҡан билдәле артистар ҙа сығыш яһаны. Үҫеп килеүсе йәштәр ҙә яҡты, заманса бинала түңәрәктәрҙә шөғөлләнеүҙәренә, төрлө һөнәрҙәргә өйрөнеүҙәренә шат.

Район мәҙәниәт йортон реконструкциялауға республика бюджетынан 80 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Уларҙың 62 миллионы капиталь ремонтҡа, ә ҡалған 18 миллионы заманса ҡорамалдар алыуға тотонолған. Район мәҙәниәт йортонда 15 клуб ойошмаһы, 6 халыҡ театры, 2 өлгөлө бейеү ансамбле эшләй

Асҡындар был тантаналы көндө өс йыл буйына түҙемһеҙләнеп көтөп алған. Яңыртылған район мәҙәниәт йортон асыу тантанаһында ҡатнашыусылар барлыҡ һаҡлыҡ сараларын үтәне. Халыҡ тиҙерәк пандемия тамамланып, мәҙәниәт йорто тулы ҡеүәтенә эшләй башларына өмөтләнә.

Дүрт тиҫтә йыл дауамында Асҡын халҡына мәҙәниәт мәккәһе булараҡ хеҙмәт итеүсе был йорт капиталь ремонттан һуң танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Бинаның фасады киңәйтелгән, инженер селтәрҙәре яңыртылған. Мәҙәниәт усағы төрлө быуын вәкилдәренә тағы ла оҙаҡ йылдар дауамында хеҙмәт итер тип күҙаллана.

Фото №1 - Реконструкциянан һуң Асҡын район мәҙәниәт йорто үҙ ишектәрен асты

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ