Унда һыйыр малында дерматит ауырыуы асыҡланды. Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев урында йәшәүселәр менән осрашыу үткәрҙе. Бөгөн хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә ул урындағы хәл менән таныштырҙы.
Республика Башлығы хәлде контролдә тоторға ҡушты. Радий Хәбиров Баймаҡ районы хакимиәте башлығына мәғлүмәтте оператив еткергәне һәм ваҡытында ярҙам һорағаны өсөн рәхмәт белдерҙе.







