Антон Бабиков Норвегияла IBU Кубогында бер юлы ике уҙышта алтын миҙал яуланы

Икеһендә лә ул Норвегия спортсыларын артта ҡалдырҙы. Яҡташыбыҙҙы оло еңеүе менән Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡотланы. Радий Хәбиров шулай уҡ тағы ла бер Өфө биатлонсыһы Эдуард Латиповты тәбрикләне. Ул Рәсәй йыйылма командаһы составында Донъя кубогы бронза миҙал яуланы.

«Һоҡланғыс эстафета. Донъя кубогында Рәсәй биатлонсыларының беренсе миҙалы! Спортсыларыбыҙға һәм уларҙың тренерҙарына афарин! Уңыштар һәм еңеүҙәр юлдаш булһын!» – тигән теләктәрен еткерҙе Радий Хәбиров.

Фото №1 - Антон Бабиков Норвегияла IBU Кубогында бер юлы ике уҙышта алтын миҙал яуланы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ