Иглин районында Билдәһеҙ һалдат көнө уңайынан матәм митингы ойошторолдо

Мәңгелек хәтер. Иглин районында Билдәһеҙ һалдат көнө уңайынан матәм митингы ойошторолдо. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яу яландарынан әйләнеп ҡайтмаған ир-аттарҙың иҫтәлегенә бағышланған сарала район ветерандары ағзалары һәм ирекмәндәр ҡатнашты.

Иглин районынан һуғышҡа киткән 15 меңдән ашыу һалдаттың яртыһы туғанлыҡ ҡәберендә ерләнгән. Йәмәғәтселек һалдаттар иҫәтелегенә сәскә һалып, батырҙарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.

Фото №1 - Иглин районында Билдәһеҙ һалдат көнө уңайынан матәм митингы ойошторолдо

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ