Асҡын районының Ҡубыяҙ ауылында тиҙҙән яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асыласаҡ

Уның хаҡы – 4 миллион һумдан ашыу. ФАП беренсел медицинаны модернизациялау республика проекты программаһына ярашлы төҙөлә. Ағас бинала урынлашҡан элеккеһе санитар талаптарға яуап бирмәгән.

Ҡубыяҙ ҙурлығы буйынса районда икенсе ауыл. Бында 1 242 кеше йәшәй. Уларҙың һигеҙе бер йәшкә тиклемге сабыйҙар. Ауыл халҡы һәм 13 йыл дауамында фельдшер булып эшләгән Зөһрә Минаева төпкөл ауылға беренсел медицина ярҙамы яҡынайыуына һәм хеҙмәт шарттары яҡшыртылыуына республика етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.

Фельдшер-акушерлыҡ пунктын һыу менән тәьмин итеү өсөн скважина ҡаҙылған. Һыу тәьминәтен булдырыуға район хакимиәте ярҙам иткән. Яңы медицина учреждениеһының инеү урынында мөмкинлектәре сикләнгән граждандар уңайлыҡтар иҫәпкә алынып, пандустар ҡуйылған.

Бинала эске биҙәү эштәре тулыһынса тамамланған. Яҡын көндәрҙә медицина ҡорамалдары урынлаштырыласаҡ һәм декабрь урталарына ФАП-та тәүге пациенттар ҡабул ителәсәк.

Фото №1 - Асҡын районының Ҡубыяҙ ауылында тиҙҙән яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асыласаҡ

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ