Еңел, шул уҡ ваҡытта ҡеүәтле ике тәгәрмәсле техника текә ҡая-таштар, йә бүрәләр аша йөрөү көсөнә эйә. Трассаның ҡатмарлылығы пилоттың әҙерлегенән тора. Шуға профессиональ спортҡа төркөм биш йәштән туплана. Магнитогорск ҡалаһында уҙған аҙнала үткән һуңғы чемпионатта Өфө мотоклубы ағзалары призлы урын менән ҡайтты.
Эндуро класлы мотоцикл ҡала юлдарына яраҡлашмаған. Ул тик юлһыҙ урындар аша ғына йөрөй ала. Профессионал техника хаҡы бөгөн сауҙа үҙәктәрендә миллион һумға билдәләнгән. Бөгөн Өфө командаһы киләһе йыл Румынияла үтәсәк Донъя чемпионатына әҙерләнә. Еңеү өсөн тәжрибә етерлек, ти спортсылар. Әле тик команданы финанслау мәсьәләһе ҡарала. Теркәлеү менән сит илгә сәфәр бер ҡатнашыусынан ярты миллион һум талап ителә.
Азат Ғәлиуллин




