Башҡортостан делегацияһының Беларусь Республикаһына рәсми эш сәфәре башланды

Сәфәр барышында ике аралағы хеҙмәттәшлек буйынса эш төркөмө ултырышы, төбәктең инвестиция һәм иҡтисади мөмкинлектәрен презентациялау, Беларусь Республикаһында Башҡортостан вәкиллегенең Конгресс-бюроһын асыу планлаштырыла.

Делегация ағзалары урындағы эре предприятиеларҙа буласаҡ. Башҡортостандың бизнес-миссияһына 50-нән ашыу компания ингән. Тәүге көндә делегация ағзалары урындағы трактор заводында булған. Сәфәр барышында ауыл хужалығы техникаһын алыу, шулай уҡ үҙебеҙҙәге предприятиелар тауарҙарын уларға һатыу мөмкинлектәре буйынса һөйләшеүҙәр алып барылды.

Фото №1 - Башҡортостан делегацияһының Беларусь Республикаһына рәсми эш сәфәре башланды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ