Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһы таралыу менән бәйле юғары әҙерлек тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе. Уға ярашлы, хәҙер автобус һәм такси хеҙмәттәре тәүлегенә кәмендә ике тапҡыр вирулицид тәьҫирле препараттар файҙаланып пассажир салонын эшкәртергә, шулай уҡ иҙәндәренә дымлы йыйыштырыу үткәрергә тейеш.
Тимер юлы, авто һәм аэровокзалдарға, йылға порттарына тәүлегенә кәмендә ике тапҡыр кешеләр ҡулы менән ҡағылған урындарҙы эшкәртергә һәм иҙәнде йыуып торорға кәрәк. Указда шулай уҡ тейешле талаптарҙы үтәү шарты менән балаларҙың уйын бүлмәләре эшмәкәрлегенә рөхсәт бирелгән.







