Исеме дан булып ҡайтты тыуған яғына

Баймаҡ районында күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡорт Совет автономияһын төҙөүгә тос өлөш индергән Хәбибулла Ғәбитовтың яҡты иҫтәлегенә таҡтаташ асылды.

Хәбибулла Ғәбитов – ярлы ҡатламдан күтәрелгән әҙип. Тел, мәҙәниәт, матбуғатты үҫтереүсе шәхестәребеҙҙең береһе була. Әммә, билдәле булыуынса, золом сәйәсәтенә эләгеп, уның яҙмышы аяныслы тамамлана. Әбделкәримдәр арҙаҡлы яҡташтарының исемен мәңгелештәреүҙә бик ҙур эштәр алып бара. Шағирҙың 110 йыллыҡ юбилейы республика кимәлендә билдәләнә, ауылдың үҙәк урамына уның исеме бирелә, мәктәптә музей асыла.

Фирғәт Ғәбитов арҙаҡлы Ғәбитовтарҙың шәжәрәһен өйрәнгән тарих уҡытыусыһы. Уларҙың нәҫел ағасында күренекле шәхестәр күп. Шуларҙың береһе – тап Хәбибулла Ғәбитов.

Фото №1 - Исеме дан булып ҡайтты тыуған яғына
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ