Был турала ул бөгөн Радий Хәбиров менән осрашыуҙа белдерҙе. Белоруссия Президенты Башҡортостан башлығына мөрәжәғәт итеп, «Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!» лозунгын «Бергәләп яҡшыраҡ һәм күберәк булдырабыҙ!» тигән һүҙҙәр менән тулыландырырға тәҡдим итте.
Радий Хәбиров үҙ сиратында уртаҡ үҫеш һәм хеҙмәттәшлек өсөн тормошҡа ашырылмаған тағы ла бик ҙур потенциал булыуын билдәләне. Башҡортостан делегацияһының сит илгә рәсми сәфәре хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева репортажы.
Беларусь республикаһында Башҡортостан делегацияһының Александр Лукашенко менән осрашыуы ошолай ҡосаҡлашып күрешеү менән йылы шарттарҙа башланды. Ике республика араһында аралар алыҫ булыуға ҡарамаҫтан тығыҙ хеҙмәттәшлеккә нигеҙ күптән һалынған. Быуындар бәйләнеше бер ҡасан да өҙөлмәүен Радий Хәбиров та билдәләне.
Беларусь тракторын белмәгән кеше юҡ. Тәүге көндә делегация ағзалары урындағы трактор заводында булған. Сәфәр барышында ауыл хужалығы техникаһын алыу, шулай уҡ үҙебеҙҙәге предприятиелар тауарҙарын уларға һатыу мөмкинлектәре буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла. Пандемия ваҡытына ҡармай Башҡортостан менән арала хеҙмәттәшлекте нығытыуҙың әһәмиәтен Беларусь республикаһы президенты ла билдәләне.
Башҡортостан делегацияһы Беларусь республикаһына эш сәфәренең төп маҡсаты нефть химияһы, машина, станоктар төҙөү, ауыл хужалығы, сауҙа әйләнеше, предприятиелар араһында сәнәғәт кооперацияһын киңәйтеү, күргәҙмә-йәрминкәләрҙә ҡатнашыу, төбәк ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыу. 2019 йылда 700 миллион долларға тауар әйләнеше булдырылһа, уны 1 миллиард долларға еткереү мөмкин тине Александр Лукашенко.
Радий Хәбиров етәкселегендәге делегация Минск ҡалаһында Еңеү майҙанында Бөйөк Ватан һуғышында Ҡыҙыл армия һәм партизандарҙың ҡаһарманлығына арнап асылған һәйкәлгә сәскәләр һалды.
Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, беҙҙең тарихыбыҙ ҙа, тамырҙарыбыҙ ҙа бер. Ил азатлығы өсөн һуғышҡан Башҡортостан һалдаттарының бында ғүмере өҙөлгән.
Радий Хәбировтың илдең премьер министры Роман Головченко һәм Белоруссиялағы Рәсәйҙең ғәҙәттән тыш вәкәләтле илсеһе Евгений Лукьянов менән осрашыуы ҡарала.
Рәмилә Исмәғилева




