65 йәштән өлкәнерәк граждандарға прививка ҡаҙатыу буйынса махсуслаштырылған урын булдырыу башланғысы менән «Берҙәм Рәсәй» партияһы сыҡҡайны. Поликлиникала ойошторолған мобиль пункт ял көндәре лә эшләй, прививка яһатҡан һәр пенсионерға «Сәләмәтлек тупланмаһы» таратыла.
Шулай уҡ аҙна һайын улар тонометр отоу мөмкинлегенә эйә. Әйткәндәй, «Ололарҙы хәстәрләп» акцияһына старт бирелеү менән Ишембай районында меңдән ашыу кеше вакцинация үтеп, сәләмәтлеген яҡшыртҡан. Әлегә был төбәктә йәшәүселәрҙең 75 проценты прививканың ике компонентын ҡаҙатҡан, Яңы йылға тиклем был күрһәткес йөҙ процентҡа етер тип көтөлә.
Айнур Кәбиров




