Туған телдәрҙе уҡытыуҙа иң яҡшы эш алымдары, методик эшкәртмәләр билдәләнде. Республика башлығы грантына ойошторолған бәйге тураһында БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
«Педагогик оҫталыҡ мәктәбе» республика конкурсы еңеүселәре һәм призерҙары сәхнә түренә саҡырылды. Дистанцион белем биреүҙә яңы программалар, электрон ресурстар ҡулланыу булһынмы, карточкалар, уйындар ярҙамында уҡытыумы. Һәр ҡайһыһының заман талаптарына ярашлы туған тел байлығын балаларға еткереүҙә уртаҡлашыр эш алымы бар.
Конкурс февралдә башланғайны. Туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән сарала балалар баҡсалары тәрбиәселәре, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары педагогтары ла әүҙемлек ҡатнашҡан. Дәрестән тыш саралар үткәреү, һанлы белем биреү ресурстарын ҡулланыу буйынса ла эштәр ҡабул ителгән.
«Педагогик оҫталыҡ мәктәбе» конкурсы икенсе йыл рәттән ойошторола. Төбәктең башҡорт, рус һәм башҡа туған телдәр уҡытыусылары ассоциацияһы башланғысы менән үтә. Быйыл республика башлығы грантын алыу сараның мәртәбәһен арттыра ғына. Конкурста ҡатнашыусыларҙың методик эшкәртмәләре дүрт йыйынтыҡта баҫтырылып сыға.
Уҡытыусыларҙың алдынғы тәжрибәләре, оҫталыҡ дәрестәре менән «Туған тел донъяһы» порталында ла танышырға мөмкин. Ғилем тауына үрләгәндә ныҡлы терәккә әйләнер майҙансыҡ ул. Конкурсҡа килгәндә, ойоштороусылар уны киләһе йылда ла уҙғарырға ниәтләй. Тәүмаҡсат – уҡытыуға заманса ҡараш булдырыу.
Гөлназ Хәйбуллина




