Бында Башҡортостандың халыҡ шағирына бағышланған саралар ойошторола. Мәҫәлән, Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында “Иң яҡшы асыҡ дәрес” конкурсы, йәш шағирҙар ярышы, әҙиптең әҫәрҙәрен уҡыусылар бәйгеһе үткәрелә. “Рауил Бикбаев – Ырымбур өлкәһенең иң танылған шәхестәренең береһе. Ул тыуған ерен, Башҡортостанды яратты, туған телен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн күп эш башҡарҙы”, - ти мәҙәниәт хеҙмәткәре Луиза Бәхтийәрова
Беҙҙең арала булһа, 12 декабрҙә Рауил Бикбаевҡа 83 йәш тулыр ине.








