Башҡорт теле көнө айҡанлы ете көнлөк марафон башланды. Уның һәр көнө айырым төшөнсәгә арнап ойошторола. Өфөнөң 162-се “Смарт” күп профилле полилингваль мәктәбендә лә Башҡорт теле көнө айҡанлы саралар уҙғарыла. Мәктәп директоры Наил Әминев һөйләй.
Республика Башлығы указына ярашлы, Башҡорт теле көнө 14 декабрҙә билдәләнә. Ул бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арнап йыл һайын ойошторола. Быйыл шағирҙың тыуыуына 190 йыл тула.







