Бөгөн Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге милли китапхананың үҫмерҙәр уҡыу үҙәгендә мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуы уңайынан һәм Башҡорт теле көнөнә арналған “Аҡмулланың яҡты юлы” тип исемләнгән әҙәби кисә уҙғарыла. Сара хаҡында тулыраҡ милли китапхана директоры урынбаҫары Люциә Ильясова һөйләй:







