Коронавирусты тағы 611 кеше йоҡторған

Үткән тәүлектә республикала коронавирустан 35 кешенең ғүмере өҙөлгән. Пандемия башланғандан алып, вафат булыусылар 3 мең 825-кә етте. Уларҙың күбеһе 60 йәштән өлкәндәр. Бер тәүлек эсендә табиптар 611 кешелә вирус булыуын асыҡлаған. Әле стационарҙа 611, өй шарттарында 7 мең самаһы кеше дауалана. Дауаханала ятҡан 100 пациенттың хәле ауыр тип баһалана, 13 сирле яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын ала. 

Фото №1 - Коронавирусты тағы  611 кеше йоҡторған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ