Бөгөн Беловежск килешеүенә - 30 йыл. 1991 йылдың 8 декабрендә Советтар Союзы тарҡатыла. Рәсәй яғынан Борис Ельцин, Украина президенты Леонид Кравчук һәм Белоруссия юғары советы рәйесе Станислав Шушкевич 1922 йылдағы Советтар Союзы тураһындағы килешеүҙе ғәмәлдән сығара. 25 декабрҙә тарҡалған илдең башлығы Михаил Горбачев отставкаға китә. Ошо ваҡиғаға тиклем, 1991 йылдың мартында СССР республикаларының күпселегендә референдумдар уҙа, халыҡ союзды һаҡлап ҡалыу өсөн тауыш бирә. Балтик буйы республикалары, Грузия, Молдавия һәм Әрмәнстан референдумда ҡатнашмай.







