Уҙған ял көндәрендә “Инцидент-менеджмент” системаһына халыҡтан ике йөҙҙән ашыу мөрәжәғәт килгән. Һорауҙарҙың 80-гә яҡыны торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, 60-тан ашыуы юл хужалығына бәйле, 60-ы төҙөкләндереү эштәре тураһында. Республика менән идара итеү үҙәге белгестәре эш көндәрендә БСТ телеканалының “Сәләм” программаһы менән тура бәйләнешкә сыға. Эфир ваҡыты: 8 сәғ 40 минутта.







