Мәләүез ҡалаһы меценаты ике тиҫтә ғаиләлә тәрбиәләнгән балалрға мәктәпкә йыйынырға ярҙам иткән

Марат Вәлиев бер нисә йыл рәттән тыуған ҡалаһында йәшәүселәргә матди яҡтан булышлыҡ итә. Быйыл иһә ул “Атайсал” проектында ҡатнашыу өсөн ғариза биргән. Атап әйткәндә, эшҡыуар мәктәп кәрәк-яраҡтары һәм ковид-госпиталде костюмдар менән тәьмин иткән. Теманың дауамы киләһе яҙмала.

Алмаз Алсынбаевҡа иҫәп-хисап нескәлектәре еңелдән бирелмәһә лә, малай бөтә фәндәр буйынса яҡшы уҡырға тырыша. Дүртенсе синыф уҡыусыһы айырыуса, физкультура менән технология дәрестәрен көтөп ала.

Сөнки мин йүгерергә, физик күнегеүҙәр эшләргә яратам. Ә технология дәрестәрендә ҡулдан берәй фигуралар яһайбыҙ, йәки бүләк эшләйбеҙ.

Алмаз Алсынбаев, Мәләүез ҡалаһының 4-се мәктәбе уҡыусыһы

Алмаз ғаиләлә кинйә малай. Бер туған апайҙарының береһе колледжда белем алһа, икенсеһе 7 класс уҡыусыһы. Уларға уҡыу йылына йыйынырға «Атайсал» республика проекты ярҙам иткән. Ишле ғаиләләгә матди ярҙам бер ҡасан да артыҡ түгел. Алмаздың әсәһе Әлфиә ханым үҙе башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.

Үҙегеҙ белеп тораһығыҙҙыр, канцелярия тауарҙы уҡыу йылы дауамында һәр саҡ кәрәк. Йыш ҡына яңыһын һатып алып торорға тура килә. Рюкзакты ғына алғанда ла – арзан түгел. Ә беҙгә бар талаптарға яуап биргән ортопедик рюкзак кәрәк.

Әлфиә Алсынбаева, Мәләүез ҡалаһының 4-се мәктәбе башланғыс синыфтары уҡытыусыһы

Был иһә ҡала дауаханаһының йоғошло ауырыуҙар бүлеге. Яҙғыһын ауырыусылар һаны күбәйгәс, бында ковид-госпиталь асыла. Тик бына табиптар өсөн хәүефһеҙлек костюмдары етешмәй. Уларҙы ла “Атайсал” проекты сиктәрендә һатып алыу ойошторола. Шулай уҡ, эшҡыуар медицина учреждениеһын тын алыу аппараты менән дә йыһазландыра.

Тәүге осорҙа хәүефһеҙлек костюмдарына ҡытлыҡ бар ине. Сирлеләр һаны, үпкә шешеүе менән ауырыусылар күбәйгәс , ҡапыл “ҡыҙыл зона” асып ебәрҙек. Шуға күрә костюмдар ҙа етешмәй башланы. Улар менән тәьмин итергә ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәтлебеҙ.

Әлфиә Дауытова, Мәләүез үҙәк район дауаханаһының йоғошло ауырыуҙар бүлеге мөдире
Башбат

«Атайсал» проекты меценаты булып Мәләүездең үҙәк баҙары хужаһы Марат Вәлиев ҡатнаша. Ул хәйриәлек, ойошмаларға матди ярҙам күрһәтеү менән 10 йыл тирәһе шөғөлләнә. Быйыл коллегалары “Атайсал” проекты сиктәрендә программаларҙы ғәмәлгә ашырырға тәҡдим иткәс, ситтә ятап ҡала алмай.

Үтенестәрҙе кире ҡаға белмәйем, берәй нәмә һоралара нисек тә булһа ярҙам итергә тырышам. Мәҫәлән, бал йәрминкәһе үткәргәндә 40 килограмм бал йыйып, ҡарттар йортона алып баҙыҡ. Быны йолаға әйләндерергә ниәтләйбеҙ.

Марат Вәлиев, «Атайсал» проектында ҡатнашыусы

Киләсәктә Марат Вәлиев ҡала мөхитен төҙөкләндерергә планлаштыры. Быға тәүге аҙымдар әле үк яһала. Атап әйткәндә, экологик акцияларҙа ҡатнашыу, Мәләүезде йәшелләндереү эше быйыл уҡ башланған.

Фото №1 - Мәләүез ҡалаһы меценаты ике тиҫтә ғаиләлә тәрбиәләнгән балалрға мәктәпкә йыйынырға ярҙам иткән

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ