Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар 111 мең ярымдан ашты

Уҙған тәүлектә был исемлеккә тағы ла 611 кеше өҫтәлгән. Бөгөн стационарҙарҙа 442 пациент дауалана, уларҙың 283-ө – 60 йәштән өлкәндәр. Ауыр хәлдәге 100 пациенттың 13-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.

Бынан тыш, 6 793 кеше сиргә ҡаршы амбулатор шарттарҙа көрәшә. Тәүлек эсендә 622 кеше һауыҡҡан, 35 үлем осрағы теркәлгән. Республикала халыҡты коронавирусҡа ҡаршы вакциналау дауам итә.

Бөгөнгә 1-се компонентты 2 миллион 48 меңдән ашыу кеше яһатҡан. 1 миллион 825 мең самаһы кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған. Тәүлек эсендә медицина учреждениеларына прививка эшләтергә теләк белдереп 23 мең 616 кеше мөрәжәғәт иткән.

Фото №1 - Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар 111 мең ярымдан ашты
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ