Санкт – Петербург ҡалаһынан килеүсе йәш хирург Нарек Марукян хеҙмәттәштәренә оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
Операция өҫтәлендә коронавирус сиренән һуң үпкә ҡан тамырҙарында тромбалар барлыҡҡа килгән 36 йәшлек пациент. Уның тын юлдары быуылып, хәрәкәт итеүе ҡатмарлашҡан.
Табиптар зыян күргән тамырҙарға ҡатмарлы әмәлиәт эшләне. Әлеге операция Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында тәүге тапҡыр уҙғарылды.




