Башҡорт теле – аҡыл теле. Өфөлә “Йомробаш” интеллектуаль уйыны үтә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты баш белгесе Ләйсән Мостафина һөйләй.
Башҡорт теле көнөнә бәйле “Ете аҙым” марафоны иғлан ителде. Ете көн көн дауамында Мифтахетдин Аҡмулланың “Нәсихәттәре”ндә билдәләнгән ете төшөнсәгә бәйле саралар ойошторола. Тәүге көн “Башҡорт теле – иманлы тел” тип аталды, кисә “Башҡорт теле – күңелем көҙгөһө” исеме аҫтында саралар уҙҙы, бөгөн “Башҡорт теле – аҡыл теле” тип күрһәтелгән.







