Унда малдарҙа хәүефле дерматит таралған. Республика Башлығы указына ярашлы, 2-се Төркмән ауылы һәм Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ауылындағы һөтсөлөк фермаһында ла махсус режим индерелә. Һыйыр малында төйөрлө дерматит асыҡланыу сәбәпле, 1-се Төркмән ауылында карантин иғлан ителгәйне. Ауырыған хайуандарҙы юҡ итәләр. Уларҙың хужаларына Яңы йылға тиклем компенсация түләнә. Был турала Финанс министры Лира Иғтисамова белдерҙе.
Компенсация суммаһы малдарҙың баҙар хаҡы буйынса билдәләнә.







