Республика менән идара итеү үҙәгенә килгән мөрәжәғәттәр араһында юлды төҙөкләндереү үтенесе менән йыш мөрәжәғәт итәләр. Бөгөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһында "Сәләм" тапшырыуында ошо турала һүҙ барҙы. Республика менән идара итеү үҙәге хеҙмәткәре Ильяс Сәғитов БСТ студияһы менән тура элемтәгә сығып Иглин районындағы хәл менән таныштырҙы.
Атай һәм әсәйҙәрҙе балаларҙы мәктәпкә йөрөтөү мәсьәләһе лә борсой. Күптән түгел Благовещен ҡалаһының Төньяҡ биҫтәһендә йәшәгән бәләкәй балалар өсөн автобус бирелгән.







