Киләһе йылдың 1 ғинуарынан 6 ҡатҡа тиклемге ҡүп ҡатлы йорттарҙа капиталь ремонт өсөн минималь түләү квадрат метр өсөн 7 һум 46 тин, 6 ҡаттан юғары булған йорттар өсөн 8 һум 10 тин һум була. Әле был иғәнә квадрат метр өсөн 7 һум 18 тин һәм 7 һум 8 тиндән сығып иҫәпләнә. 70 йәштән уҙған пенсионерҙар, инвалидтар һәм федераль льготаһы булған граждандар конпенсация алыу хоҡуғына эйә.







