Республикала коронавирус йоҡтороусылар кәмей

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, үткән тәүлектә 589 кешелә вирус асыҡланған, 31 кеше вафат булған. Әле стационарҙа 429, өй шарттарында 7 меңгә яҡын кеше дауалана. Дауаханала ятҡан 100-ҙән ашыу пациенттың хәле ауыр тип баһалана. Бер тәүлек эсендә вакцина алыусылар исемлегенә 28 мең ярым кеше өҫтәлгән. Халыҡтың 74 проценты иммунизацияны тулыһынса тамамлаған. Препараттың беренсе компонентын 2 миллион 60 мең самаһы кеше алған. Башҡортостанда 200-ҙән ашыу урында, шул иҫәптән мобиль пункттарҙа прививка эшләтергә була. Берҙәм бәйләнеш телефоны: 122, Ситуация үҙәгенең телефоны: 218-19-19.

Фото №1 - Республикала коронавирус йоҡтороусылар кәмей
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ