“Тыныслыҡ өсөн көрәшкән ҡаһармандарҙы белергә тейешбеҙ. Йәш быуынды улар рухында тәрбиәләү мөһим”. Шулай тип иҫәпләй республика хәрбиҙәре.
Риф Сәхәбетдинов – Рәсәйҙең атҡаҙанған хәрби летчигы, хәрби осоусы-снайпер, Афған һуғышы яугиры. Әйткәндәй, бөгөн уның тыуған көнө. Риф Рәйес улына 66 йәш тула. Ул Төньяҡ Кавказда террористарға ҡаршы көрәштә ҡатнаша, 250-гә яҡын хәрби осош яһай. Террорсыларҙы юҡҡа сығарыу операцияһы барышында батырлыҡ күрһәтә. 2001 йылдың 27 апрелендә ил етәксеһе бойроғо буйынса Риф Сәхәбетдиновҡа Рәсәй Геройы исеме бирелде.
Башҡортостандан 300-ҙән ашыу Советтар Союзы һәм Рәсәй Геройы сыҡҡан. Бөйөк Ватан һуғышында 280 яугир иң юғары хәрби наградаға лайыҡ була.







