Башҡорт дәүләт университеты ҡарамағындағы лабораторияла мәкерле сиргә бәйле тикшереү үтергә мөмкин.
Бөгөн уға Сочи ҡалаһында уҙған йәш ғалимдар конгрессында презентация яһалды. Әлеге заманда ямаш шеш ауырыуҙары киң таралған, бигерәк тә ул күкрәк, түллек биҙҙәрендә, ашҡаҙанда йыш осрай.
Шуға күрә йәш ғалимдар был сирҙең ниндәй категорияла йышыраҡ осрауын асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя. Фәнни тикшеренеүҙәр грант ярҙамында тормошҡа ашырыла. Әле лабораторияның мөмкинлектәре менән Сочиҙағы конгресс күргәҙмәһендә танышырға була.
Рәмзиә Кәримова




