Урал Рамдрак улы сығышы менән Баҡалы районы Ҡатай ауылынан. Ул 25 йылдан ашыу ғүмерен илдең Именлек хеҙмәтенә бағышлаған. Оҙаҡ йылдар дауамында яҡташыбыҙ Белоруссия Президенты Александр Лукашенконың ҡул аҫтында ла эшләй.
Президент Хакимиәте етәксеһе, Премьер-министр урынбаҫары, сит илдәр министры, Именлек Советы секретары була. Урал Латипов үҙ сиратында Башҡортостан етәкселегенә юғары награда өсөн рәхмәт белдереп, ике республика араһында хеҙмәттәшлек бәйләнештәре нығыныуын теләне.
Башҡортостан делегацияһы Белоруссияның ауыл хужалығы предприятиеларында ла булды. Мәҫәлән, «Озерицкий-Агро» хужалығы 16 йыл элек 6 ауыл хужалығы кооперативы нигеҙендә төҙөлгән. Бөгөн ул ит, һөт, картуф, йәшелсә етештереү буйынса махсуслашҡан көслө предприятие. Әле бында 500-ләп кеше эшләй.
Ә ауыл хужалығы техникаһы йыйыу менән шөғөлләнгән «Амкадор» акционерҙар йәмғиәтендә хеҙмәткәрҙәр һаны 6 меңгә етә, предприятиеның 18 төбәктә үҙ заводтары бар. Бында әле 125 төр техника сығарыла, улар донъяның төрлө төбәктәренә оҙатыла.
Радий Хәбиров фекеренсә, киләсәктә берлектәге предприятиелар төҙөү, сервис майҙансыҡтары ойоштороу хаҡында фекер алышырға мөмкин. Ғөмүмән, ике республикала ла ауыл хужалығы үҫешкән, шуға күрә уртаҡ проблемалар ҙа, маҡсаттар ҙа күп. Белорустарҙы Башҡортостандың эш тәжрибәһе лә ҡыҙыҡһындыра.
Башҡортостан башлығы «БелАЗ» йәмғиәте менән дә танышты. Концерн карьер техникаһын етештереү буйынса донъялағы иң алдынғы ете предприятие иҫәбенә инә. Ҡеүәтле машиналарҙың 65 проценттан ашыуы Рәсәйҙә һатыла. Радий Хәбиров завод цехтарын ҡарап сыҡты, етештереү технологияһы, әҙер техника өлгөләре менән танышты һәм яңы моделле карьер самосвалы кабинаһында йөрөнө.
Рәмзиә Кәримова




