Өфөнөң 60-сы балалар баҡсаһы «Урындағы башланғыстарға ярҙам» программаһы буйынса уйын йыһаздарын алмаштырған. Киләһе йыл биләмәлә ҡоймаларҙы яңыртыу бурысы ҡуйылған. Теманың дауамы БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.
Кескәйҙәрҙең хыялы тормошҡа ашты. «Урындағы башланғыстарға ярҙам» милли проекты сиктәрендә Өфөнөң 60-сы балалар баҡсаһы биләмәһендә заманса балалар майҙансығы төҙөлгән. Хәҙер һалҡын көндә лә сабыйҙарҙың шат тауышы тынмай.
Балалар баҡсаһы 1970 йылда төҙөлгән, шул осорҙан алып уйын майҙансығы яңыртылмаған. Кескәйҙәр һаны артыу менән 90-сы йылдар башында яңы корпус төҙөлә. Әлеге ваҡытта мәктәпкәсә учреждениела 360 бала тәрбиәләнә. Быға тиклем төркөмдө саф һауаға алып сығыу ҡатмарлы була, сөнки иҫкереп бөткән уйын ҡоролмалары балалар өсөн хәүеф менән янай. Ниһайәт, «Урындағы башланғыстарға ярҙам» программаһы ярҙамында иҫке йыһаздарҙы замансалары алмаштыра.
Балалар майҙансығын төҙөүгә 1 миллион 200 мең һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Йыһазландырыу эштәре ноябрь башында тамамланған.
Өфөнөң Орджоникизде районында йәшәүселәр дәүләт программаларында ихлас ҡатнаша. Проект улар өсөн иң элек теге йәки был проблеманы хәл итеү мөмкинлеге. Быйыл конкурс этабында ҡатнашыу өсөн йәмғеһе 11 миллион һумға 9 проект әҙерләп ебәрелгән. Уларҙың 7-һе ғәмәлгә ашырылған.
Киләһе йылға Орджоникидзе районы «Урындағы башланғыстарға ярҙам» программаһында ҡатнашыу өсөн бер нисә проект тәҡдим итмәксе. Уларҙың һәр береһе социаль әһәмиәткә эйә, ти район хакимиәте вәкилдәре. Ҡағиҙә булараҡ, республика бюджетынан һәр проектҡа бер млн һум аҡса бүленә. Финанслауҙа ҡала хакимәите менән урындағы халыҡ та ҡатнаша, бағыусылар ярҙамы ла индерелә.
Әлфинә Килдейәрова




