16 йәшлек үҫмер һөрөм газы менән ағыуланып һәләк булған

Шишмә районында бәлиғ булмаған баланың үлем осрағы буйынса тикшереү башланған.

Фажиғә Алкин-2 ауылындағы гараж кооперативтарының береһендә теркәлгән. Егет менән ҡыҙ был ваҡытта двигателе ҡабыҙылған автомобиль салонында була. Бер аҙҙан йәштәр йыйылған газдан иҫтәрен юғалта. Уларҙы туғандары таба. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптар үҫмергә ярҙам итә алмай, уның ғүмере өҙөлә.

Ошондай уҡ осраҡ Күгәрсен районында ла теркәлде. Утын яғылған мейестән сыҡҡан һөрөм газы Ҡаран ауылындағы ике баланы ағыулай. Ҡазаға тарыусылар ашығыс рәүештә Мораҡ үҙәк дауаханаһына һалына.Табиптар балаларҙың хәлен ҡәнәғәтләнерлек тип баһалай.

Фото №1 - 16 йәшлек үҫмер һөрөм газы менән ағыуланып һәләк булған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ