Өфөлә республиканың милли инновация мәктәптәре директорҙары форумы үтә

Сарала 50 директор ҡатнаша. Форумда семинарҙар, стратегик сессиялар һәм түңәрәк өҫтәлдә белем усаҡтары етәкселәре яңыса эшләү юлдарын барлай. Маҡсат бер – белем биреү сифатын күтәреү, мәктәптәрҙең матди базаһын яҡшыртыу.

Кәңәшмә туған телдәр телдәр көнөнә арнала. Өфөлә бындай саралар 14 декабргәсә дауам итә. Директорҙар тәжрибә уртаҡлаша. Мәҫәлән, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия -интернаты Өфө дәүләт нефть техник һәм Башҡорт дәүләт медицина университеттары синыфтары эшләп килә. Был программа белем усағын тамамлаған малай-ҡыҙҙарҙы  уҡырға индеү йүнәлешендә эшләй.

Фото №1 - Өфөлә республиканың милли инновация мәктәптәре директорҙары форумы үтә

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ