Республикала ковид-госпиталдәрҙә ятҡан сирлеләр кәмей

 Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле стационарҙа 400-гә яҡын кеше дауалана. Уларҙың күбеһе өлкән йәштәгеләр. Үткән тәүлектә 573 кешелә коронавирус асыҡланған, 34 кеше вафат булған. Бер тәүлек эсендә вакцина алыусылар исемлегенә 26 мең ярым кеше өҫтәлгән. Халыҡтың 75 процентҡа яҡыны иммунизацияны тулыһынса тамамлаған. Препараттың беренсе компонентын 2 миллион 69 мең самаһы кеше яһатҡан. Башҡортостанда 200-ҙән ашыу урында, шул иҫәптән мобиль пункттарҙа прививка эшләтергә мөмкин. Берҙәм бәйләнеш телефоны: 122. 

Фото №1 - Республикала ковид-госпиталдәрҙә ятҡан сирлеләр кәмей
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ