Башҡортостанда быйыл 9 айҙа 3 миллиард 630 миллион долларға тауар оҙатылған. Беҙҙең республика 100-ҙән ашыу дәүләт менән хеҙмәттәшлек итә. Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, сеймал һәм энергетика булмаған тауар экспортлау артҡан.
Республикала 170 меңдән ашыу ҙур, урта һәм бәләкәй ойошма иҫәпләнә. Радий Хәбиров әйтеүенсә, 5 мең ярымдан ашыу компанияның экспорт мөмкинлектәре асыҡланған.




