Башҡортостанда ике автомобиль ҡатнашлығындағы аварияла өс кеше зыян күргән

Юл-транспорт фажиғәһе Стәрлетамаҡ районында теркәлгән. Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәте буйынса, «Лада Калина» автомобиленең 67 йәшлек водителе һулға боролған ваҡытта «Лада Гранта»ны үткәрмәй.

Авария һөҙөмтәһендә һуңғы транспорт сараһының 29 йәшлек водителе һәм 25 йәшлек пассажиры тән йәрәхәттәре ала. Дауаханаға шулай уҡ тәүге автомобиль водителе лә һалына.

Фото №1 - Башҡортостанда ике автомобиль ҡатнашлығындағы аварияла өс кеше зыян күргән
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ