Өфөлә «Йомробаш» интеллектуаль бәйгеһендә башҡорт йәштәре белемдәрен һынап ҡараны

 «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» форматындағы уйын барышында  Башҡортостан тарихы йылына һәм мәҙәниәтенә бағышланған һорауҙар яңғыраны. Үткән йылдарҙа уйын Ҡазан һәм Силәбелә йәшәүсе милләттәштәребеҙ өсөн дә үткәрелгән.

Уйын «Ете аҙым» марафоны сиктәрендә ойошторолдо. сараны Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайы Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуға ҡарата һәм Башҡорт теле көнө айҡанлы иғлан иткәйне.

Бәйге һөҙөмтәһе буйынса «Юлдаш» радио хеҙмәткәрҙәренән торған йәштәр командаһы беренсе урын яуланы. Еңеүселәргә махсус приздар һәм күсмә кубок тапшырылды.

Фото №1 - Өфөлә «Йомробаш» интеллектуаль бәйгеһендә башҡорт йәштәре белемдәрен һынап ҡараны
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ