Радий Хәбиров Мәскәүҙә «Рәсәйҙә эшләнгән – 2021» халыҡ-ара экспорт форумында ҡатнашты

Башҡортостан башлығы юғары технологиялы экспорт продукциялары күргәҙмәһен ҡараны һәм экспортты үҫтереүгә арналған стратегик сессияла сығыш яһаны.

Сессия модераторы Константин Полунин Рәсәйҙең иң һөҙөмтәле экспортҡа ярҙам итеү үҙәгенең Башҡортостанда урынлашыуын билдәләне һәм төбәк башлығынан уңыш серҙәре менән уртаҡлашыуын һораны. Радий Хәбиров әйтеүенсә, быйыл 9 айҙа сит илдәргә 3 миллиард 630 миллион долларға тауар оҙатылған. Республика 100-ҙән ашыу дәүләт менән хеҙмәттәшлек итә. Һуңғы йылдарҙа сеймал һәм энергетика булмаған тауар экспортлау артҡан.

– Республиканың экспорт мөмкинлектәре ҙур, шуға ла башҡа илдәр менән хеҙмәттәшлекте нығытыуҙы, экспортерҙарға ярҙам итеүҙең финанс һәм финанс булмаған сараларын камиллаштырыуҙы дауам итәбеҙ, - тине Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров сығышының һуңында төбәктәргә тышҡы иҡтисади эшмәкәрлекте әүҙем үҫтереүҙә ярҙам итеүсе һөҙөмтәле инструменттар булдырғаны өсөн Рәсәй экспорт үҙәгенә рәхмәт белдерҙе. Ил Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Белоусов та Башҡортостан тәжрибәһен юғары баһалап, был эшмәкәрлекте илдең башҡа төбәктәренә лә таратыу мөһимлеген билдәләне.

Фото №1 - Радий Хәбиров Мәскәүҙә «Рәсәйҙә эшләнгән – 2021» халыҡ-ара экспорт форумында ҡатнашты
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ