Республикала ике йоғошло ауырыуҙар госпитале төҙөлә башланы

Бөгөн Бөтә Рәсәй медицина форумы сиктәрендә Радий Хәбиров ике йоғошло ауырыуҙар госпитале төҙөлөшөнә старт бирҙе. Коронавирус менән ауырыусыларҙы дауалауға махсуслашҡан үҙәктәр Сибайҙа һәм Туймазыла барлыҡҡа киләсәк.

Сираттағы ковид госпиталде төҙөү өсөн был ҡалалар юҡҡа һайланмаған. Урын билдәләгәндә баш ҡаланан алыҫлыҡ, халыҡ күплеге иҫәпкә алынған. Урал аръяғында 314 мең кеше йәшәһә, Туймазы һәм күрше райондарҙа 437 мең халыҡ иҫәпләнә. Яңы ковид госпитәлдәр Өфөләге проектҡа ярашлы төҙөләсәк. Йәғни, модуль каркас технологияһы ҡулланыласаҡ һәм уны 45 көн эсендә файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.

Госпиталь поликлиника түгел, тотош бер комплекс буласаҡ, тип әйтер инем. Хәҙерге мәлдә коронавирусҡа ҡаршы көрәш үҙәге булһа, пандемия тамамланғандан һуң төрлө медицина ярҙамы күрһәтеүсе күп профилле дауахана булып хеҙмәт итер тип ышанам.

Айҙар Суфиянов, Туймазы районы хакимиәте башлығы

Көньяҡ райондар бындай медицина үҙәгенә айырыуса мохтажлыҡ кисерә. Ҡалалар бер-береһенән алыҫ урынлашҡанлыҡтан коронавирус менән ауырыусыларҙы дауалай алырлыҡ медицина учреждениелары етешмәй.

Һәр ковид госпиталь 50-шәр урынға иҫәпләнгән. Ковид кеүек бер төрлө генә йоғошло ауырыу таралған осраҡта урындар һанын ике йөҙгә еткереү, ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгәндә, тағы ла утыҙға арттырыу мөмкинлеге бар.

Фото №1 - Республикала ике йоғошло ауырыуҙар госпитале төҙөлә башланы

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ