Дмитрий Хубезов Зубов ковид-госпиталенең эшмәкәрлеге менән танышты

Дәүләт Думаһының һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты рәйесе Дмитрий Хубезов Өфө районы Зубов ауылында урынлашҡан ковид-госпиталь эшмәкәрлеге менән дә танышты. Медицина учреждениеһының ҡабул итеү бүлеген, таҙа һәм «ҡыҙыл зона»ларҙы ҡараны.

Сәйәсмән билдәләүенсә, коронавирусҡа бәйле ил кимәлендә тиҙ йыйылған госпиталдәр араһында Башҡортостанда күтәрелгәндәре иң яҡшылар рәтендә. Логистика буйынса дөрөҫ ойошторолғандар.

Дмитрий Анатольевич реанимация, стационар шарттарҙа дауаланыусыларҙың хәле менән дә ҡыҙыҡһынды. Стәрлебаш районынан Эске эштәр министрлығы һәм хәрби бәрелештәр ветераны Камил Асҡаров декабрь башында ковид-19 инфекцияһын йоҡторған. Әңгәмә барышында ул сирҙе еңел кисереүен белдерҙе. Быға, тәү сиратта, ревакцинация үтеүе булышлыҡ иткән.

Фото №1 - Дмитрий Хубезов Зубов ковид-госпиталенең эшмәкәрлеге менән танышты

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ