Өфөнөң Әй урамындағы 37-се йортта йәшәүселәр сифатһыҙ һыуға зарлана

Крандан тутлы ағыуына идарасы компания бер ниндәй ҙә сара күрмәй. Мәсьәләне БЮТ каналының ижади төркөмө асыҡларға тырышты.

Эльмира Фәтихова эҫе  крандан аҡҡан болғансыҡ һыуға бер бөгөн генә зарланмай. Һыу тәьмиәтен тулыһынса таҙартыу ҙа һөҙөмтә бирмәгән. Проблема ла Эльмираның фатирында ғына күҙәтелгән борсоулы хәл түгел. Ул Әй урамындағы 37-се күп ҡатлы йортта йәшәүселәрҙең уртаҡ бәләһе.

Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенә тапшырылған һыу өлгөһөнөң дә санитар-гигиена талаптарына яуап бирмәүе асыҡланған.

Күп ҡатлы йортта йәшәүселәр идарасы компанияға күпме генә мөрәжәғәт итһә лә фәтеүә юҡ. Улар был проблема тураһында хәбәрҙар, әммә мәсьәлә һыу системаһын таҙартып ҡына хәл итерлек түгел.

Был кварталда, ғөмүмән, һыу баҫымы юғары. Кәмендә 8-10 барға тиклем барып етә. Шуға ла һыу тәьминәте тулы ҡеүәткә эшләй. Системалағы өҙөклөктәр, крандарҙы йыш алмаштырыуҙар ҙа тут бирә.

Алексей Холманский, идарасы компания директоры урынбаҫары

Был проблеманан ҡотолоуҙың берҙән-бер юлын улар ҡорос торбаларҙы полипропиленға алмаштырыуҙа күрә. Тик бындай күләмле эште башҡарыу идарасы компанияның ғына ҡулынан килмәй. Ошоға бәйле, күп ҡатлы йәшәүселәргә төбәк операторына капиталь ремонтҡа заявка бирергә ҡала. Уға тиклем халыҡҡа дөйөм йыйылыш уҙғарыу кәрәк.

Фото №1 - Өфөнөң Әй урамындағы 37-се йортта йәшәүселәр сифатһыҙ һыуға зарлана

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ