Проект менән Төбәктәр үҫеше мәсьәләләре буйынса Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Чернышенко таныштырҙы. «Волга буйы технополистары» тип аталған проект 10 төбәктән 13 башланғысты берләштерә. Уның төп маҡсаты – республикаға йәш белгестәрҙе йәлеп итеү.
Юғары уҡыу йорттарын тамамлаусыларға бында үҫеш өсөн бөтә шарттар - заманса лабораториялар, коворкинг үҙәктәре, һанлаштырылған китапхана һәм дөйөм ятаҡ булдырыласаҡ.




