Күгәрсен районында милли эсемлекте әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте

Буҙа ҡойоу нескәлектәре. Күгәрсен районында буҙа ҡойоу һуңғы йылдарҙа ғына ныҡлап тарала башлай. Миңзәлә Күсәрбаева махсус рәүештә көньяҡ райондарға барып был эштең нескәлектәре менән танышып ҡайта. Хәҙер ул үҙенең тыуған яғында ла буҙа ҡойоп һатыуҙы яйға һалған.

Оҫта әйтеүенсә, халыҡ был эсемлекте бик яратып эсә. Күптәр уның файҙаһын тойоп өлгөргән дә инде. Шулай уҡ уны ҡойоу серҙәре менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа байтаҡ. Шуға күрә урында оҫталыҡ дәресе ойошторорға хәл ителә.

Оҫталар әйтеүенсә, буҙа ҡойоу ҡатмарлы ғына шөғөл. Белмәгән кеше тота килеп кенә  эшләй алмай. Ә бында бар һорауҙарға  яуап алырға мөмкин. Сарала ҡатнашыусылар милли эсемлекте әҙерләү үҙенсәлектәре менән танышыуҙан тыш, буҙаның шифаһы тураһында ла һөйләште.

Фото №1 - Күгәрсен районында милли эсемлекте әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ