Баш ҡалабыҙҙа башҡорт йәштәре араһында “ЙырАлыш” тигән музыкаль ярыш үтте. Уйында 12 команда көс һынашты. Оҙон көй, эстрада һәм ретро йырҙар, заманса башҡарыусылар һәм рок музыканттарҙың йырын таныу бәйгеһе 2 өлөштән торҙо. Сараны ойоштороусы Әбйәлил йәштәре берекмәһе ағзаһы Иҙел Хәкимов һөйләй.







