Миграция ағымының, эшһеҙлек күрһәткесенең, алкоголле эсемлектәр менән ағыуланыусыларҙың кәмеүе. Башҡортостанда бер нисә социаль йүнәлеш буйынса ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә. Был турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә белдерелде.
Унда шулай уҡ сит илдәр менән хеҙмәттәшлекте нығытыу, эш сәфәрҙәренән аныҡ һөҙөмтәләр алыу хаҡында һүҙ барҙы. Башҡорт теле көнөнә арналған саралар планы ҡаралды. Был хаҡта БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Бөгөнгө оператив кәңәшмә элеккеләренән айырыла. Ғәҙәттә, отчет телмәре, социаль-иҡтисади күрһәткестәр менән сығыш яһаған ҡала, район башлыҡтары был юлы Аҡмулланың нәсихәттәрен һөйләй. Төптән уйлағанда бер ниндәй ҙә осраҡлыҡ юҡ. Бөйөк мәғрифәтсенең һүҙҙәрендә тормош ысынбарлығы, мәңгелек ҡиммәттәр ярылып ята.
Башҡорт теле көнө айҡанлы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолған акция Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуға арнала һәм «Ете аҙым» тип атала. Уның сиктәрендә көн һайын муниципаль берәмек башлыҡтарына эстафета тапшырыла. 7 декабрҙән башлап һәр көн бер тема аҫтында уҙа, төрлө саралар ҙа ҡаралған.
Оператив кәңәшмәлә мөһим социаль күрһәткестәр хаҡында ла һүҙ барҙы. Мәҫәлән, һуңғы йылда Башҡортостанда спиртлы эсемлектәр менән ағыуланып үлеү осраҡтары 30 процентҡа кәмегән. Сағыштырыу өсөн 2018 йылда 211, былтыр 73 кешенең суррогаттан ғүмере өҙөлгән. Күрше төбәктәрҙә ағыуланыу күренештәренең күбәйеүен иҫәпкә алғанда, был ҡыуаныслы яңылыҡ. Һуңғы 8 йылда тәүге тапҡып миграция ағымының да кәмеүе күҙәтелә.
Тағы ла бер яҡшы яңылыҡ хеҙмәт баҙары менән бәйле, республика эшһеҙлек күрһәткесе кәмей. Коронавирус пандемияһы шарттарында был социаль-иҡтисади тороҡлоҡтоң төп күрһәткестәренең береһе булып тора.
Оператив кәңәшмәлә Белоруссияға эш сәфәренең һөҙөмтәләре лә ҡаралды. Башҡортостан ике яҡ араһындағы тауар әйләнешен 700 миллион долларға тиклем еткерергә иҫәп тота.
Эш сәфәре барышында 18 хеҙмәттәшлек килешеүенә ҡул ҡуйылған. Радий Хәбиров уларҙың үтәлешен дә контролдә тотоу бурысын ҡуйҙы. Республика башлығы төбәктә коронавирус йоҡторға балаларҙың кәмеүен дә белдерҙе. Әммә грип, киҫкен респиратор вируслы инфекциялар менән сирләүселәр арта. Әле 18 белем усағы һәм меңләгән класс карантинға ябылған.
Рәмзиә Кәримова






