Бығаса халыҡ араһында билдәһеҙ эштәр уның улы, 1969-1987 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары Миҙхәт Шакировтың шәхси фондында табыла. Улар араһында фото, архив документтар ҙа бар.
Башҡортостандың Милли архивы хеҙмәткәрҙәре тарафынан ойошторолған экспозиция Закир Шакировтың тыуыуына 140 йыл тулыуға арнала. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
ХХ быуаттың икенсе сирегендә ташҡа баҫылған эксклюзив йыйынтыҡ бөгөн дә көнүҙәк ҡала. Ул башҡорт телен өйрәнеүгә нигеҙләнгән. Заманында телдең формалашыуына бәйле иҫке төрки, латин графикаһы һәм бөгөнгө кириллица алфавитында нәшер ителгән.
Закир Шакиров нәшер иткән йыйынтыҡтар Башҡортостандың Милли архивы өсөн яңылыҡ һанала. Башҡорт теле үҫешенә тос өлөш индереп тә бөгөн исеме онотолған шәхес ҡабат киң тамашасыға сыҡты. Мәғлүм булыуынса, Закир Шакиров 1969-1987 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретарының атаһы. Бығаса киң тамашасыға сығарылмаған фото-документтар Миҙхәт Шакировтың шәхси фондынан алынған.
Ғөмүмән, мәғрифәтсе-педагог Закир Шакировтың тормош һәм хеҙмәте фәнни яҡтан өйрәнелмәгән. Шуға ла бөгөн уның исеме халыҡта билдәһеҙ ҡала. Ошо тәңгәлдә Башҡортостандың Милли архивында танышаһы материалдар бик күп. Улар күргәҙмәгә сығарыла тора.
Азат Ғәлиуллин




