Быйыл район үҙәгендәге боҙ майҙансығында ун биш турнир ойоштороу планлаштырыла. Унда республика төбәктәренән мең өс йөҙҙән ашыу ҡатнашыусы килер тип көтөлә. Тәүге уйында «33-сө легион»дың ике командаһы үҙ-ара ярышты.
Үҫмерҙәр өлкәндәргә ҡаршы сыҡты. Шуға уйын да шартлы рәүештә «Быуындар араһында көрәш: атайҙар һәм балалар» тип аталды. Һөҙөмтәлә тәүгеләре 8:6 иҫәбе менән еңеү яуланы.
Гөлназ Хәйбуллина




